Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘЛӘҮЕЗ ЭЛЕВАТОРЫ

Просмотров: 1028

МӘЛӘҮЕЗ ЭЛЕВАТОРЫ, ЯСЙ. Мәләүез ҡ. урынлашҡан. Составына элеватор (1959), макарон изделиелары етештереү линияһы (1996), тирмән (1998), ярма етештереү цехы (2001), складтар һ.б. инә. Магазины, мини‑пекарняһы һ.б. бар. 2012 й. 85 кеше эшләгән. Элеватор һыйҙырышлығы — 138 мең т, механизацияланған 17 ҡабул итеү урыны һәм тәүлегенә 4 мең т тиклем иген ҡабул итеү, киптереү һәм эшкәртеү өсөн 4 ағым линияһы бар. 2008— 12 йй. йыллыҡ иген ҡабул итеү уртаса 28,1 мең т тәшкил иткән. Етештереү (т): он — 114, ярма — 16, макарон изделиелары — 24. Продукцияһы БР‑ҙа һатыла. 1924 й. “Хлебкооп” (1926 й. алып “Союзхлеб”, 1932 й. — “Заготзерно”) йәмғиәтенән икмәк ҡабул итеү пункты булараҡ ойошторола, 1948 й. башлап Мәләүез икмәк ҡабул итеү пункты, 1976 й. — М.э., 2000 й. алып “Башхлебоптицепром” ДУАХП‑ының бүлендек пр‑тиеһы, 2001 й. — “Башхлебопродукт” ДУП‑ының бүлендек унитар пр‑тиеһы, 2002 й. — “Башхлебопродукт” ДУП‑ы филиалы, 2004 й. — М.э. ДУП‑ы, 2008 й. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019