Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МЕЛКОСЕМЯННЫЙ 3

Просмотров: 722

МЕЛКОСЕМЯННЫЙ 3, борсаҡтың сабырға тәғәйенләнгән мал аҙығы сорты. 1972 й. В.Х.Хангилдин, В.В.Хангилдин, Н.Н.Минһажев (БНИИСХ) тарафынан Мелкосемянный 2 һәм Торсдаг сорттарын һеркәләндереү, артабан күп тапҡыр яһалма һайлап алыу юлы м‑н сығарыла. Һабағы ябай, оҙонлоғо 1,25 м тиклем. Япрағы ваҡ шыма ситле 2—3 пар япраҡсалы, ҡуйы йәшел төҫтә, һоро тимгелле. Сәскәһе аҡ төҫтә. Сәскәлеге — 2 сәскәле тәлгәш. Ҡуҙағы уртаса ҙурлыҡта, 3—5 орлоҡло, бер аҙ бөгөлгән. Орлоғо йомро, һарғылт аҡ төҫтә, һоро ялтырауыҡлы. 1000 орлоғоноң ауырлығы 160—190 г. Орлоҡта аҡһым миҡдары 25,4—26,5%. Һыуыҡҡа сыҙамлы, емеш күбәләге һәм аскохитоз, тут м‑н аҙ зарарлана. Вегетация осоро 84—89 көн. Уңдырышлылығы (ц/га): йәшел масса — 182— 202; бесән — 48,8—55,1; орлоҡ — 15,4—16,8; йәшел массала (ҡоро матдәгә күсереп иҫәпләгәндә) 17,1— 19,5% сей протеин бар (Үҫемлекселек селекцияһы үҙәге, 1974—2001). БР б‑са 1992 й. ҡулланылышҡа индерелә, бөтә ауыл хужалығы зоналарында үҫтерелә.

Б.К.Попов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019