Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОЛИМПИЯ УЙЫНДАРЫ

Просмотров: 2270

ОЛИМПИЯ УЙЫНДАРЫ, бөтә донъя спорт ярыштары, хәҙ. О.у. 4 йылға 1 тапҡыр үткәрелә. Боронғо грек О.у. хәҙ. О.у. прообразы булып тора, улар б.э.т. 776 й. алып Зевс аллаһы хөрмәтенә бөтә грек спорт һәм сәнғәт байрамы булараҡ үткәрелгән. Б.э. 394 й. үткәрелмәй башлай. Хәҙерге беренсе йәйге О.у. Грецияла (Афина, 1896), ҡышҡыһы — Францияла (Шамони ҡ., 1924) үткәрелә. О.у. эмблемаһы — бер‑береһенә ҡушып үрелгән төҫлө биш дуңгәләк (биш континенттың берҙәмлеген аңлатыу символы), девизы “Етеҙерәк, өҫкәрәк, көслөрәк”, флагы — олимпия дуңгәләктәре төшөрөлгән аҡ туҡыма. 1928 й. алып уйынды асыу тантанаһында стадионда махсус һауытта олимпия утын тоҡандырыу традиция булып тора. Г.В.Ваганов, О.Г.Вилухина, С.А.Гладышева, Р.Р.Ғәниев, С.А.Елистратов, Р.А.Захаров, Ә.К.Ибраһимов, Д.В.Клоков, А.В.Колобнев, С.Г.Корнилаев, И.А.Кравчук, Г.А.Куклева, Т.Р.Лебедева, П.И.Муслимов, Р.Р.Нәсибуллин, А.Н.Селивёрстов, И.А.Соколов, Р.В.Сөләймәнов, В.И. Таянович, Э.А.Тюкин, А.Г.Черкасов, М.А.Чудов О.у. юғары күрһәткестәргә өлгәшә. О.у. ҡатнашыусылар: П.С.Казанков (1952) һәм Н.А.Румянцев (1960) — еңел атлетика, Д.П.Соколов (1960), Б.Х.Ғиззәтуллин (1964), В.Ф.Анохин, В.И.Варламов, В.П.Лимасов (бөтәһе лә — 1976), И.И.Ғарифуллин (1984), Е.Е.Ильина (1988) — конькиҙа шыуыу спорты, Л.М.Матвеева һәм К.С.Чистяков (икеһе лә — 1988, 1992), В.А.Ганченко, В.А.Любовицкий, А.М.Пестряев (бөтәһе лә — 1992), Р.М.Буранғолова (1992, 1996), Д.В.Денисов (1994), О.И.Логинова — тау саңғыһы спорты, А.Н.Тереғолов — бобслей (икеһе лә — 1994), И.П. Алексеев (1996), Е.В.Королёва һәм О.Ю.Петров (икеһе лә — 1992, 1994, 1998), Т.А.Трапезникова (1994, 1998, 2002), А.Н.Кривошеев (1998), А.В.Михайлов (1998, 2002), А.И.Хәмиҙуллин (1998) һәм А.С.Белов (2002) — трамплиндан саңғыла һикереү, П.В.Кокин һәм С.Ә.Хәбирова (икеһе лә — 2000), Е.В.Петров (2000, 2004), М.Н.Кедрин (2002) — тау саңғыһы спор‑ ты, Г.Е.Богомолова (2000, 2004, 2008), И.Р.Фәтҡуллин (2002, 2006), Р.К.Аритҡолов, Р.В.Сабирхужин, К.Н.Фомичёв (бөтәһе лә — 2004), Г.А.Андреев һәм Л.Б.Шобухова (икеһе лә — 2004, 2008, 2012), Д.В.Васильев (2006, 2014), В.С.Кургинян (2006) — шорт‑трек, С.Е.Масленников (2006, 2010), Л.Р.Раянова — тау саңғыһы спорты (2010), А.Г.Копривица — сноуборд, И.Р. Хәзетдинов — трамплиндан саңғыла һикереү, И.И.Хужин — бобслей, Э.Р.Яхин — саңғы буйынса икебәйге (бөтәһе лә — 2014) һ.б. спорт‑ сылар. 1980 й. Мәскәүҙә О.у. асыу программаһында респ. акробаттары ҡатнаша. В.А.Борман (1980) — көрәш, С.Н.Кирсанов (1996, 2000) — бокс, В.Ю.Охрименко (2000, 2004) баскетбол б‑са ярыштарҙа судья була. 2013 й. Өфөлә “Сочи 2014” Олимпия уты эстафетаһының этабы үтә, унда 401 факел йөрөтөүсе ҡатнаша, маршрут оҙонлоғо яҡынса 87 км була.

А.А.Сухогузов

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 03.05.2023
Связанные темы рубрикатора: