Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАШ АБАҒАҺЫ

Просмотров: 626

ТАШ АБАҒАҺЫ (Asplenium), таш абағаһы һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған абаға һымаҡтар заты. Яҡынса 680 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә: башаҡ һымаҡ Т.а. (ярым төрө — төклө Т.а.), йәшел Т.а., ҡая Т.а., төньяҡ Т.а. Ҡыҫҡа тамырһабаҡлы, ҡара төҫтәге тәңкәләр менән ҡапланған күп йыллыҡ ваҡ үҫемлектәр. Япраҡтары (вайялары) дихотомик тармаҡланыусан (төньяҡ Т.а.) йәки ҡауырһынлы, боролған, ҡыҫҡа һаплы, төкһөҙ, оҙонлоғо 10—15 см. Сорустары (спорангиялар төркөмдәре) эллипс йәки ҡыяҡ формаһында, икенсел һеңерсәләр буйлап урынлашҡан һәм япма менән ышыҡланған. Июнь—августа спора осора. Ҡая ярыҡтарында, ш. иҫ. йылға буйы ҡая ярыҡтарында, ишелмәләрҙә һәм таш сыҡҡан урындарҙа, йышыраҡ урман күләгәһендә үҫә, башлыса Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында, һирәкләп Башҡортостандың Урал алдында һәм Башҡортостандың Урал аръяғында таралған. Декоратив үҫемлектәр.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.05.2023