Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КЕСЕРТКӘН

Просмотров: 909

КЕСЕРТКӘН (Urtica), кесерткән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 50 төрө билдәле, башлыса Төньяҡ (һирәгерәк Көньяҡ) ярымшарҙың уртаса бүлкәттәрендә һәм тропиктарҙа таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә. Бер йәки күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ, төбөнән алып тармаҡлы, бейеклеге 30—150 см. Япраҡтары ҡапма‑ҡаршы, йомортҡа йәки эллипс, ланцет йәки йомортҡа һымаҡ оҙонса формала, бөтөн, тешле йәки тәрән айырсалы; һабаҡтары кеүек үк, әрнеткес төктәр м‑н ҡапланған. Сәскәләре ваҡ, бер ялған башаҡ һымаҡ ҡуйынлы сәскәлектәрҙә урынлашҡан. Май—сент. сәскә ата. Емеше — сәтләүек, июль—окт. өлгөрә. Баҡса К. һәм дарыу үҫемлеге — ҡыр К. респ. бөтә терр‑яһында һыубаҫар туғайҙарҙа, ташландыҡ ерҙәрҙә, баҡсаларҙа, торлаҡ янында, юл буйҙарында, киндер һымаҡ К. — Әлшәй, Ейәнсура, Салауат, Шишмә һ.б. р‑ндарҙа; Сонден К. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының тау итәктәрендә осрай. Мал аҙығы үҫемлектәре, ашарға яраҡлы үҫемлектәр, япраҡтарынан алынған хлорофилл аҙыҡтүлек сәнәғәтендә буяу итеп ҡулланыла. К. төрҙәре халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

Ф.К.Фазылйәнова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019