Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУҘҒАҠБАШ

Просмотров: 555

ТУҘҒАҠБАШ (Senecio), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 3000 төрө билдәле, башлыса Көньяҡ Африкала, Урта диңгеҙ буйында, Азия һәм Американың уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 13 төрө үҫә: яŸ Т., эретеш Т., ябай Т., йылға Т., бөтөнъяпраҡ туҙғаҡбаш һ.б. Күп, бер йәки ике йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ, ябай йәки тармаҡлы, бейеклеге 15—200 см. Япраҡтары ябай, бөтөн йәки ҡауырһын һымаҡ теленмә; тамыр янында — һаплы, киртләсле; һабаҡ япрағы — ултырма, сиратлы. Сәскәләре башлыса кәрзиндәрҙә (урама япраҡсалары ике рәтле) урынлашšан: ситкеләре — телле, инә; урта сәскәләр — көпшәле, ике енесле. Кәрзиндәре ҡалҡан, суҡ йәки һепертке рәүешле сәскәлектәргә йыйылған. Май—авг. сәскә ата. Емеше — орлоҡса, июль—сент. өлгөрә. Далала, урмандарҙа, ҡыуаҡлыҡ үҫентеләрендә, урман ситтәрендә, йылға һәм һыу ятҡылыҡтары ярҙарында, сүпле урындарҙа үҫә. Респ. бөтә терр‑яһында таралған, өйкөм Т. һәм татар Т. Башҡортостандың Урал алдында, Башҡортостандың Урал аръяғында осрай. Өйкөм Т. һәм Яков Т. — ағыулы үҫемлектәр; составында алкалоидтар булған имәнлек Т., Яков Т., теленгән Т. халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Яков Т. — баллы үҫемлек.

Н.В.Маслова

Тәрж. Г.А.Миһранова  

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019