Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘРЙӘМҒОЛ, Дыуан р‑нындағы ауыл

Просмотров: 826

МӘРЙӘМҒОЛ, Дыуан р‑нындағы ауыл, Арый а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 20 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 95 км алыҫлыҡта Әнйәк й. (Әй й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 520 кеше; 1920 — 613; 1939 — 312; 1959 — 361; 1989 — 222; 2002 — 220; 2010 — 231 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға 18 б. аҙ. Троицк өйәҙе Һарт улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улдары Ҡаҙыбай һәм Әлкәй Мәрйәмғоловтар билдәле. 1795 й. 12 йортта 78 кеше йәшәгән, 1865 й. 56 йортта — 329 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, мәҙрәсә, мануфактура кибете теркәлгән. 

Н.И.Черепанова, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: