Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЗӨБӘЙҘУЛЛИН Айҙар Хизбулла улы

Просмотров: 1189

ЗӨБӘЙҘУЛЛИН Айҙар Хизбулла улы (9.2.1963, Өфө ҡ.), бейеүсе. БР‑ҙың халыҡ (1997) һәм атҡаҙанған (1993) артисы. Адыгея Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2019). Х.Ғ.Зөбәйҙуллиндың улы. Мәскәү мәҙәниәт институтын (1984; педагогы —  И.В.Смирнов), Рәсәй театр сәнғәте академияһын (1998; педагогы Е.П.Валукин) тамамлаған. 1985 й. алып Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, 1995 й. — баш балетмейстеры, 1996—2000 йй. художество етәксеһе, 2005 й. — балетмейстеры, 2011—13 йй. художество етәксеһе; 2003—04 йй. Республика халыҡ ижады үҙәге директоры, бер үк ваҡытта 2004 й. башлап Көнсығыш иҡтисади‑юридик гуманитар академияһында хореография кафедраһы (ойоштороусыһы) мөдире, 2008 й. алып БДПУ‑ла уҡыта. 2015 й. башлап Башҡорт филармонияһының директоры. Артистың бейеү сәнғәтенә музыкаль-һығылмалы тәьҫирлелек, стиль тойғоһо һәм көслө темпераменттың берләшеүе хас. Тәбиғи һәләте һәм башҡарыу оҫталығы “Гөлнәзирә”, “Зарифа”, “Еҙ үксә”, “Бесәнселәр”, “Ҡороҡсолар”, “Төньяҡ амурҙары” һ.б. бейеүҙәрҙә сағыу сәхнә образдары тыуҙырыуға булышлыҡ итә. “Башҡортостандың йәшлеге”, “Берлиндан ҡайтҡан саҡта”, “Күңелсәк” һ.б. бейеүҙәр, шулай уҡ Опера һәм балет театрында “Ай тотолған төндә”, “Богема” (Дж. Пуччини), “Нәркәс” (Х.Ф.Ахметов), “Салауат Юлаев” операларына бейеүҙәр һала. Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән (2021).

Әҙәб.: Докучаева А.А. Созвездие талантов. Уфа, 2009.

И.Х.Хәбиров

Тәрж. Х.Х.Минһажетдинова

И.Х.Хәбиров
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.08.2022
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: