Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОЗОЛИН КРИПТОМОНАСЫ

Просмотров: 665

ОЗОЛИН КРИПТОМОНАСЫ (Cryptomonas ozolinii), бер күҙәнәкле криптофит ылымыҡтар төрө. Күҙәнәктәре эллипс йәки йомортҡа формаһында, ян‑яҡтан ҡыҫылған, ал яҡтан ҙур булмаған уйым м‑н ҡыя ҡырҡылған, арт яҡтан тарайған, йомарланған, оҙонлоғо 17—22, киңлеге 9—13 мкм. Йотҡолоғо трихоцистар м‑н түшәлгән, күҙәнәктең уртаһына тиклем аҫҡа табан йәйелгән. Йотҡолоҡтан башланған һәм оҙонлоғо б‑са күҙәнәктең 3/4 өлөшөн тәшкил иткән 2 бер төрлө ҡамсыһы бар. Хлоропластары 2, һарғылт йәшел төҫтә, дорзовентраль, күҙәнәктең бөтә оҙонлоғо буйлап урынлашҡан, эске өлөшөндә күп һанлы диск рәүешле крахмал бөртөксәләре бар. Пиреноидтары 2. Вакуоле күҙәнәктең алғы өлөшөндә, ядроһы артта урынлашҡан. БР‑ҙа Ҡандракүл планктонында йәшәй. Һирәк төр.

Ф.Б.Шкундина

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: