Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КСЕРОФИТТАР

Просмотров: 1523

КСЕРОФИТТАР (гр. xеros — ҡоро һәм фито...), дымдың шаҡтай ныҡ етешмәүен (тупраҡ һәм атмосфера ҡоролоғо) кисерә алған, ҡоро урындарҙа үҫкән үҫемлектәр. К. ныҡ үҫешкән тамыр системаһы (ҡылғандар), матдәләр һаҡлау өсөн тамыр ҡулайламалары булыу (ябай ерек ҡураһының “тамыр тубырсыҡтары”), транспирациялаусы өҫкө йөҙҙөң кәмеүе (бүтәгә үләненең тар еп һымаҡ, эфедраның күҙгә күренер-күренмәҫ тәңкәләргә тиклем үҙгәргән япраҡтары), дала К. япраҡтарының ҡуйы төк м‑н ҡапланыуы (һыйырғолаҡтар, шалфейҙар һ.б.) хас. К. ғәҙәттә күҙәнәк һутының баҫымы юғары була, күп үҫемлектәрҙең миҙгел ритмдары вегетация өсөн йылдың иң уңайлы осорҙарын һайларға, ә ҡоро осорҙа ярым ял итеү хәленә инергә мөмкинлек бирә. К. эуксерофиттарға (төклөләр, тәрән булмаған тамыр системаһы бар, һыуһыҙланыуға һәм артыҡ эҫегә сыҙамлы, мәҫ., әремдәр), гемиксерофиттарға (тамыр системаһы тәрән булғанға туҡымалар һыуһыҙланмай, мәҫ., дала шалфейы), пойкилоксерофиттарға (ҡоролоҡто анабиоз хәлендә үткәрәләр, мәҫ., ҡая таш абағаһы), суккуленттарға (һутлы япраҡлы йәки һабаҡлы үҫемлектәр, мәҫ., ҡуян кәбеҫтәләре) бүленәләр. К. күп төрҙәре — петрофиттар. БР‑ҙа декоратив (бейек ҡамғаҡ, сыбар ҡәнәфер һ.б.), мал аҙығы (йылҡыборсаҡ астрагал, валиссия бүтәгәһе һ.б.), дарыу (һары умырзая, һырылыусан ҡанүлән һ.б.), баллы К. (һеперткеле ҡамғаҡ, мугоджар ҡанүләне һ.б.) үҫә. К. һирәк төрҙәре БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән (бөрсөклө глобулярия, татар майлуты һ.б.), ш. иҫ. эндемиктар — Гельм минуарцияһы, Гмелин ҡыйыҡтажы һ.б., реликттар — ҡырҡһабаҡ кәрешкә, себер флоксы һ.б. Ҡайһы бер К. (төклө ҡылған, шырт төклө еҙүлән һ.б.) РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Л.Ғ.Наумова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019