Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺАРЫ ТОМБОЙОҠ

Просмотров: 856

ҺАРЫ ТОМБОЙОҠ (Nuphar), аҡ томбойоҡ һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 10 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 25‑кә тиклем) төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә. Һыу төбө субстратына күмелгән 3—4 м тиклем оҙонлоҡтағы тарбаҡлы тамырһабағы булған күп йыллыҡ һыу үләндәре; Һ.т. тамырһабағының йыуанлығы 3—13 см, ваҡ Һ.т. — 1 см тиклем. Япраҡтары йөҙөүсе, ябай, эре (оҙонлоғо 15—30 см тиклем), йөрәк һымаҡ, оҙонса, аҫтан йәшел, өҫтән ҡараһыу йәшел төҫтә, ялтыр, ҡалын ҡабыҡлы, тамырһабаҡтарҙың осонда һәм тарбаҡланған урындарында шәлкемдәр м‑н урынлашҡан. Япраҡтарының һаптары ҡырлы, оҙон (3—4 м тиклем). Сәскәләре хуш еҫле, эре, яңғыҙ, оҙон сәскә һаптарында йыйылған; таждары тар, һары, каса япраҡтарына ҡарағанда күпкә ҡыҫҡараҡ. Июнь—авг. сәскә ата. Емеше эре көпшәкле еләк кеүек күп япраҡлы, аҡ томбойоҡтарҙан айырмалы рәүештә һыу өҫтөндә июль—сент. өлгөрә. Күлдәрҙә, иҫке үҙәндәрҙә, таҙа һыулы йылға ҡултыҡтарында үҫә. Һ.т.

башлыса Башҡортостандың Урал алдында һәм Башҡортостандың Урал аръяғында таралған, ваҡ Һ.т. Бөрйән (Ғәҙелгәрәй а. тирә‑яғындағы Йылҡысыҡҡан күле), Учалы (Өргөн күле) һәм Шишмә (Коряжное күле) р‑ндарында табылған. Һ.т. япраҡтары йофар, йылға ҡондоҙо, көшөл, ҡабан, ҡама, мышы өсөн аҙыҡ булып тора. Һ.т. орлоҡтары м‑н һыу ҡоштары туҡлана. Составында алкалоидтар, дуплау матдәләре, стероидтар һәм башҡа биологик актив матдәләр булған Һ.т. тамырһабаҡтары медицинала ҡулланыла. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән ваҡ Һ.т. халыҡ медицинаһында файҙаланыла.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019