Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҘРИСОВ Мөхәмәт Рамаҙан улы

Просмотров: 1017

ИҘРИСОВ Мөхәмәт Рамаҙан улы (18.2.1920, АСБР-ҙың Бөрйән‑Түңгәүер кантоны 2‑се Мырҙа а. – 4.2.2012, Өфө), бейеүсе. РСФСР‑ҙың атҡ. артисы (1955). БАССР‑ҙың халыҡ (1953) һәм атҡ. (1945) артисы. 1941—63 йй. Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле (ҡара: Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле) солисы. И. сәнғәте халыҡсан бейеүе манераһы м‑н айырылып торған: бейеү хәрәкәттәрен бай мимика, мәғәнәле ишара, тапҡыр һүҙҙәр м‑н яраштырып башҡарған. Бейеүсенең таланты “Байыҡ”, “Бүләк”, “Өс туған”, “Һыу буйында осрашыу” һ.б. бейеүҙәрҙә тулыһынса сағылыш таба. Союздар йортоноң Колонналар залында, П.И.Чайковский ис. (икеһе лә — Мәскәү) һәм “Октябрь” (Ленинград) концерт залы сәхнәләрендә сығыш яһай. Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында (1955), Ульяновск (1968) һәм Ленинград (1969) ҡҡ. БАССР мәҙәниәте көндәрендә ҡатнаша. Ил буйлап һәм сит илдәрҙә (Бельгия, Камбоджа, Непал, Румыния, Һиндостан һ.б.) гастролдәрҙә була. “Сыңрау торна” (“Журавлиная песнь”, Свердловск к/ст, 1959) фильм-балетында төшә. Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале (Бухарест, 1953) лауреаты. “Почёт Билдәһе” (1949) м‑н бүләкләнгән.

Л.И.Нагаева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: