Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘРЙЕНТАМЫР

Просмотров: 981

МӘРЙЕНТАМЫР (Corallorhiza), әшәлсә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 15 төрө билдәле, Евразияның һәм Төньяҡ Американың субарктик һәм уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда теленгән М. үҫә. 10—25 см бейеклектәге ҡыҫҡа тармаҡлы итләс тамыр һабаҡлы һарғылт көрән төҫтәге күп йыллыҡ үлән. Япрағы еңсәгә тиклем редукцияға бирелгән. Сәскә эргәлегенең япраҡсалары һарғылт йәки йәшкелт аҡ төҫтә, ланцет; тышҡы әйләнәһенең өҫкө япраҡсаһы һәм эскеһенең 2 япраҡсаһы ҡалҡан рәүешендә. Сәскә эргәлегенең ирене оҙонса түңәрәк, оҙонайған ҡыуыш үҫентеһе юҡ, аҫҡы өлөшөндәөс көрәкле. Сәскәлеге — һалынҡы сәскәләрҙән торған һирәк суҡ. Июндә сәскә ата. Облигат микотроф. Дымлы шыршы, шыршы-аҡ шыршы, япраҡлы һәм ҡатнаш урмандарҙа үҫә. Башҡортостандың Урал алдында (Дыуан, Нуриман, Саҡмағош рндары) һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында (Белорет, Учалы рндары) үҫә. Составында алкалоидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. БРҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән. 

Ә.Х.Ғәлиева

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019