Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КҮК КӨПШӘ

Просмотров: 882

КҮК КӨПШӘ (Laser), сатыр һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 1 төрө билдәле — Европаның уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә, Кесе Азияла таралған өс айырсалы К.к. Күкһел‑йәшел күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, өҫкө өлөшөндә тармаҡлы, 60—175 см бейеклектә. Япрағы ике, дүрт бүлемле өсәрле, 1‑се тәртип сегменттары оҙон һаптарҙа, йомро тиерлек, оҙонлоғо 5—10 см һәм киңлеге 4—8 см, тәрән өс айырсалы, ситтәре киртләсле. Сәскәһе аҡ йәки ҡыҙғылт төҫтә, төрлө оҙонлоҡтағы 15—20 нуры булған ҡатмарлы сатырҙарға йыйылған. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше — оҙонса эллипс формаһындағы һалынҡы емеш, июль—августа өлгөрә. Киң япраҡлы һәм киң япраҡлы‑ҡарағай урмандарында, урман ситтәрендә үҫә. Башҡортостандың Урал алдында (Өфө ҡ., Бәләбәй, Илеш, Кушнаренко райондары һ.б.), һирәгерәк Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында (Белорет районы, Инйәр й. буйлап) осрай. Декоратив үҫемлек. Составында кумариндар, эфир майҙары булған емештәре тәмләткес итеп ҡулланыла. Реликт, БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 09.12.2022