Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МУСИН Ноғман Сөләймән улы

Просмотров: 1318

МУСИН Ноғман Сөләймән улы [17.7.1931, БАССР‑ҙың Маҡар районы Ҡолғона а. (БР‑ҙың Ишембай районы) — 31.10.2021, Өфө ҡ., тыуған ауылында ерләнгән], яҙыусы. БР‑ҙың халыҡ яҙыусыһы (2001), БАССР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981), Рәсәйҙең тәбиғәтте һаҡлау отличнигы (1977). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1963). Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтын (1951), БДУ‑ны (1966) тамамлаған. 1948—49 йй. һәм 1954—58 йй. тыуған ауылында уҡыта; 1951 й. Маҡар районы халыҡ мәғарифы бүлеге инспекторы; 1953—54 йй. һәм 1962—65 йй. “Совет Башҡортостаны” гәзите хеҙмәткәре; 1958—61 йй. “Ағиҙел” журналында яуаплы секретарь, бүлек мөдире, 1965—69 йй. һәм 1973—75 йй. бүлек мөдире; 1970—73 йй. БАССР Яҙыусылар союзы идараһының әҙәби консультанты; 1975—85 йй. Башҡортостан китап нәшриәте мөхәррире. “Зөһрә” исемле тәүге китабы 1960 й. сыға. Әҫәрҙәре мауыҡтырғыс булыуы, тәрән сюжет драматизмы, психологизмы менән айырылып тора. Яҙыусының ижадында кеше менән тәбиғәттең үҙ‑ара мөнәсәбәте төп урынды биләй. Әҫәрҙәрендә йышҡына кешенең тәбиғәткә булған мөнәсәбәте геройҙарҙың әҙәп‑әхлағын баһалау критерийы булып тора: “Мәңгелек урман” дилогияһы (1976—1978; урыҫса тәржемәһе “Вечный лес”, 1981—1984; шулай уҡ исемле документаль фильм төшөрөлә, 2006; режиссёр — Д.Б.Арыҫланова) һәм “Зәңгәр тауҙа — аҡ болан” (1980), “Яҙғы ташҡындар алдынан” (1985), “Таң менән сыҡ юлдарға” (1988) романдарынан торған трилогияһы. “Өҙәрем юл кешеләре” (1970) романында, “Ауылым юлы” (1963), “Төпкөлдән төшкән килен” (1981; шулай уҡ исемле нәфис фильм төшөрөлә, 1982; режиссёр — Р.М.Арыҫланов) һ.б. повестарында башҡ. ауылының киләсәге тураһындағы уйланыуҙар сағылыш тапҡан. “Һуңғы солоҡ” романының, “Йыртҡыс тиреһе” повесының (икеһе лә — 1996) төп темаһы — йәмғиәттә барған социаль‑әхлаҡи катаклизм шарттарында шәхес яҙмышы, дәүерҙәр һәм быуындарҙың үҙ‑ара мөнәсәбәте. Башҡ. батыры Алдарға арналған “Шунда ята батыр һөйәге” (2000) тарихи романында 17 б. аҙағы — 18 б. беренсе яртыһындағы социаль-сәйәси ваҡиғалар һүрәтләнә. Әҫәрҙәре урыҫ, татар, яҡут һ.б. телдәргә тәржемә ителгән. Р.Ә.Мәҡсүтов, А.П.Филиппов, А.П. Чехов һ.б. әҫәрҙәрен башҡ. теленә тәржемә иткән. БР‑ҙың Китап һөйөүселәр йәмғиәте идараһы рәйесе (1986—91). БССР‑ҙың Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты (1991). Салауат Юлаев (2006), “Башҡортостан Республикаһы алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2011), Халыҡтар дуҫлығы (2016, 2021), ордендары менән бүләкләнгән.

Әҫәрҙ.: Ихлас күңелдән һөйләшеү: ижади портреттар, очерктар, әҙәби тәнҡитмәҡәләләре. Өфө, 1990; Һайланма әҫәрҙәр: 12 томда. Өфө, 2003— 2019; Когда занималась заря: повести и рассказы. М., 1986.

Әҙәб.: В а х и т о в Ә. Таланттың асылы. Өфө, 1972; Ҡ о л м о й Я. Хәтер хазинаһы. Өфө, 1996. 

Р.Н.Баимов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Р.Н.Байымов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.11.2022
Связанные темы рубрикатора: