Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МЕЛЬНИКОВ Николай Иванович

Просмотров: 1192

МЕЛЬНИКОВ Николай Иванович [16.12.1894, Пермь губ. Покча а. (Пермь крайы) — 5.9.1979, Өфө], микробиолог. Мед. ф. д‑ры (1947), проф. (1947). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1957), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1955). Пермь ун‑тын тамамлағандан һуң (1925) Пермь һәм Свердловск ҡҡ. эшләй. 1941—73 йй. БДМИ‑ла (1967 й. тиклем микробиология каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1945—46 йй. уҡытыу бүлеге б‑са дир. урынбаҫары), бер үк ваҡытта 1943—71 йй. Өфө вакцина һәм сывороткалар ҒТИ‑нда (1946 й. тиклем бүлек мөдире, 1956 й. тиклем фән бүлеге б‑са дир. урынбаҫары). Фәнни эшмәкәрлеге ауырыу тыуҙырыусы микроорганизмдар, ш. иҫ. эренле инфекция тыуҙырыусылар (стафилококк, стрептококк һ.б.), патогенлығының төп факторҙарын, эпидемиялар һәм улар араһындағы осорҙарҙа грипп тыуҙырыусы вирустарҙың штамдарын, эренле шеш ваҡытында микроб ассоциациялары бактерияларының антибиотиктарға тотороҡлоғон өйрәнеүгә, анаэроб инфекцияларҙы дауалау һәм иҫкәртеү ысулдарын камиллаштырыуға һ.б. арналған. 70‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Микробиологтарҙың, эпидемиологтарҙың һәм инфекционистарҙың Башҡ‑н йәмғиәте рәйесе (1942—67). Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1954).

Х е ҙ м.: Антибиотики в терапии гнойных инфекций. М., 1966 (авторҙ.); “Ферменты патогенности” и токсины бактерий. М., 1969 (авторҙ.); Анаэробные инфекции. М., 1973 (авторҙ.).

Н.А.Поспеева

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019