Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МЕХТИЕВ Намик Мурад‑оглы

Просмотров: 902

МЕХТИЕВ Намик Мурад‑оглы (27.8.1956, Грузия ССР‑ының Караджалар а.), хирург. Мед. ф. д‑ры (2000). Куйбышев мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1980) Өфөнөң 8‑се дауаханаһында эшләй. 1981 й. алып ҡала поликлиникаһы, 1982—87 йй. һәм 1992 й. башлап “Каучук” ЯАЙ‑ның мед.‑санитария бүлеге табибы (икеһе лә — Стәрлетамаҡ ҡ.). 1991—92 йй. 39‑сы поликлиникала (Өфө), 2006 й. алып БДМУ‑ла. Фәнни эшмәкәрлеге эренле һәм абдоминаль хирургия проблемаларына, йомшаҡ туҡымалар һәм ҡорһаҡ ҡыуышлығының эренле шеш ауырыуҙарын иҫкәртеүгә һәм дауалауға арналған. М. ҡатнашлығында лапаростомия, инфицирланған яраларҙы дауалау, дарыу матдәләрен ҡыуышлыҡтарҙа тотоп тороу өсөн яйланмалар, эренле яраларҙы дауалау ысулдары, бүҫер ҡапҡалары пластикаһы һ.б. эшләнгән. 220‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 6 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Регионарная анестезия и новокаиновые блокады в хирургии. Уфа, 1993 (авторҙ.); Руководство районного хирурга. Уфа, 2000 (авторҙ.). 

 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019