Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИНАСОВ Булат Шамил улы

Просмотров: 1288

МИНАСОВ Булат Шамил улы (4.1.1956, БАССР‑ҙың Учалы районы Учалы а.), травматолог‑ортопед. Медицина фәндәре докторы (1995), профессор (1997). РФ‑тың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2021), РФ‑тың (2008) һәм БР‑ҙың (1999) атҡаҙанған табибы, СССР‑ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1987). БДМИ‑ны тамамлаған (1979). 1981 й. алып 13‑сө дауаханала, 1983 й. — БДМУ‑ла (1997 й. башлап өҫтәмә медицина белеме биреү курсы булған травматология, ортопедия һәм хәрби-ялан хирургияһы кафедраһы мөдире), бер үк ваҡытта 2008 й. алып ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһында (бөтәһе лә — Өфө ҡ.) эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге терәк‑хәрәкәт системаһы травмаларын һәм ауырыуҙарын диагностикалау, хирургик дауалау, умыртҡа‑арҡа мейеһе йәрәхәтләнгән пациенттарҙы функциональ реабилитациялау, эре быуындарға эндопротез һәм артропластика эшләү ысулдарын камиллаштырыу һ.б. проблемаларға арналған. М. ҡатнашлығында умыртҡа, арҡа мейеһе ауырыуҙарын һәм травмаларын диагностикалау һәм дауалау ысулдары эшләнә һәм клиник практикаға индерелә. 40 уйлап табыу авторы. БР Травматологтар, ортопедтар һәм протезсылар ассоциацияһы президенты (2003 й. алып).

Х е ҙ м.: Диагностика, хирургическое лечение и реабилитация больных с нестабильными повреждениями грудного и поясничного отделов позвоночника. Уфа, 2004 (авторҙ.); Стабильно‑функциональный остеосинтез переломов длинных трубчатых костей по малоинвазивной технологии. Уфа, 2004 (авторҙ.); Социальная, бытовая и профессиональная реинтеграция больных с дефектами мягких тканей на основе функциональной и эстетической реабилитации. Уфа, 2005 (авторҙ.). 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 20.10.2021