Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИНҺАЖЕВ Гайдар Ғиләж улы

Просмотров: 1115

МИНҺАЖЕВ Гайдар Ғиләж улы (2.6.1936, Ҡазан ҡ.), стоматолог, хирург. Медицина фәндәре докторы (1988), профессор (1990). РФ‑тың (1998) һәм БАССР‑ҙың (1987) атҡаҙанған табибы, СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). Ҡазан медицина институтын тамамлаған (1964). 1968 й. алып Республика клиник дауаханаһында, 1980 й. — БДМУ‑ла эшләй: 1982 й. — хирургик стоматология кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1984—89 йй. стоматология факультеты деканы, 1996—2016 йй. дипломдан һуң белем биреү институтының стоматология һәм яңаҡ‑йөҙ хирургияһы кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта “Биоплант” ғилми‑тикшеренеү һәм производство институты директоры. Фәнни эшмәкәрлеге туҡымаларҙы регенерациялау, йомшаҡ һәм ҡаты туҡымалары зарарланған ауырыуҙарҙы дауалау өсөн биопрепараттар һәм биотрансплантаттар эшләү проблемаларына арналған. М. ҡатнашлығында операциянан һуң дефекттар булғанда яңаҡ һөйәген регенерациялауҙы шәбәйтеү, бауыр, ашҡаҙан, һөт биҙе, аяҡ‑ҡулдарҙың һ.б юҡҡа сыҡҡан туҡымаларын тергеҙеү, эренле маститты, ашҡаҙандың сей яра ауырыуын, яңаҡ атрофияһын дауалау ысулдары, тештәрҙе һурғандан һуң ҡан ағыуҙы туҡтатыу ысулы һ.б. эшләнгән.

 Х е ҙ м.: “Биоплант” в хирургии. Уфа, 2008 (авторҙ.); “Биоплант” в стоматологии. Уфа, 2009 (авторҙ.); Плацентарный трансплантат. 2‑е изд. Уфа, 2013.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 06.09.2023