Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИНИН Геннадий Дмитриевич

Просмотров: 235

МИНИН Геннадий Дмитриевич (27.10.1940, Свердловск ҡ. — 30.9.2019, Өфө ҡ.), санитар табип. Медицина фәндәре докторы (1998). РФ‑тың (2003) һәм БАССР‑ҙың (1990) атҡаҙанған табибы, СССР‑ҙың (1986) һәм БР‑ҙың (2000) һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Рәсәй Дәүләт санитария‑эпидемиология хеҙмәтенең почётлы хеҙмәткәре (1996). Свердловск медицина институтын тамамлағандан һуң (1964) “БР‑ҙа гигиена һәм эпидемиология үҙәге” Федераль дәүләт һаулыҡ һаҡлау учреждениеһында: 1977 й. алып бүлек мөдире, 1983—2015 йй. баш табип; бер үк ваҡытта 1983—2005 йй. БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары—БР‑ҙың баш дәүләт санитар табибы, 1999 й. алып БДМУ‑ла эшләгән (2008 й. тиклем дипломдан һуң белем биреү институтының гигиена, эпидемиология һәм санитар‑эпидемиология хеҙмәтен ойоштороу кафедраһы мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге тирә‑яҡ мөхитте санитар һаҡлау проблемаларына, халыҡ һаулығына тирә‑яҡ мөхиттең насар факторҙары тәьҫире дәрәжәһен баһалауҙың социаль‑гигиеник мониторингына, инфекцион ауырыуҙарҙы иҫкәртеүгә арналған.

Х е ҙ м.: Медико‑экологические проблемы диоксинового загрязнения окружающей среды. М., 1999 (авторҙ.); Геморрагическая лихорадка с почечным синдромом: актуальные проблемы эпидемиологии, патогенеза, диагностики, лечения и профилактики. Уфа, 2006 (авторҙ.). 

 Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 29.10.2021