Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИРОНОВ Пётр Иванович

Просмотров: 886

МИРОНОВ Пётр Иванович (30.7. 1959, БАССР‑ҙың Бишбүләк р‑ны Бишбүләк а.), анестезиолог‑реаниматолог, педиатр. Мед. ф. д-ры (1998), проф. (2008). БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2011). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1982) 2001 й. тиклем Респ. балалар клиник дауаханаһында эшләй. 1998 й. алып БДМУ‑ла. Фәнни эшмәкәрлеге ауыр хәлдәр медицинаһы мәсьәләләренә, балаларҙа хирургик инфекция ваҡытында мультиорган дисфункцияһының формалашыу законлыҡтарын өйрәнеүгә һәм уны дауалауҙы камиллаштырыуға, сепсисты диагностикалауға һәм интенсив дауалауға, реаниматологияла яһалма нейрон селтәрҙәр ысулын ҡулланыуға арналған. М. ҡатнашлығында балаларҙа киҫкен эренле‑септик ауырыуҙар ваҡытында эндоген интоксикация булыу‑булмау дәрәжәһен билдәләүҙең электрофоретик ысулы, хирургик патология ваҡытында шокты, киҫкен үпкә зарарланыуын диагностикалау ысулдары, Т‑лимфоциттарҙың функциональ активлығын баһалауҙың цитогенетик ысулы һ.б. эшләнә. 350‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 7 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Общее обезболивание при эндохирургических операциях у детей. Уфа, 2005 (авторҙ.); Национальное руководство по интенсивной терапии. М., 2009 (авторҙ.); Сепсис. Диагностика, классификация, интенсивная терапия. М., 2010 (авторҙ.). 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019