Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИРСАЕВА Гөлзөһрә Хәниф ҡыҙы

Просмотров: 844

МИРСАЕВА Гөлзөһрә Хәниф ҡыҙы (25.9.1956, БАССР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны Дүртөйлө а., хәҙ. Дүртөйлө ҡ.), терапевт. Мед. ф. д‑ры (2000), проф. (2001). БР‑ҙың атҡ. табибы (2007). БДМИ‑ны тамамлаған (1980). 1981—87 йй. Өфөнөң ҡала кардиология диспансерында: 1984 й. алып бүлек мөдире, 1986 й. — баш табип урынбаҫары; 1992 й. — БДМУ‑ла (2011 й. алып ф‑т терапияһы каф. мөдире). Фәнни хеҙмәттәре ҡандың тамыр эсендә ойоуын, бөйөрҙәр, тын алыу ағзалары ауырыуҙары, мейе инсульты ваҡытында липидтарҙың ирекле‑радикал окисланыуы процестарын тикшереүгә, бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәктең патологияһын өйрәнеүгә һәм уны иртә диагностикалау, дауалау ысулдарын камиллаштырыуға, унан һуңғы өҙлөгөүҙәр һәм артабанғы эҙемтәләр үҫешен күҙаллауға арналған. М. ҡатнашлығында бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәкте дауалау һәм уның барышын баһалау ысулдары эшләнгән. 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Патогенез и лечение геморрагической лихорадки с почечным синдромом. Уфа, 2000 (авторҙ.); Геморрагическая лихорадка с почечным синдромом: вопросы патогенеза и диагностики. Уфа, 2002 (авторҙ.); Патология системы гемостаза при геморрагической лихорадке с почечным синдромом. Уфа, 2002 (авторҙ.). 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019