Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИРСАЕВА Фәниә Зартдин ҡыҙы

Просмотров: 715

МИРСАЕВА Фәниә Заһретдин ҡыҙы (17.8.1953, ТАССР‑ҙың Кесе Сынлы а.), стоматолог. Мед. ф. д‑ры (1997), проф. (1999). РФ‑тың (2008) һәм БР‑ҙың (1999) атҡ. табибы, СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1986), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1991). Ҡазан мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1976) Өфөнөң 4‑се стоматология поликлиникаһында эшләй: 1981 й. алып бүлек мөдире, дауалау эше б‑са баш табип урынбаҫары; 1982 й. — БДМУ‑ла (1998 й. — хирургик стоматология каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге яңаҡтың ҡыуышлығы һәм ситке дефекттарында һөйәк туҡымаһының репаратив регенерацияһы механизмдарын өйрәнеүгә, яңаҡ‑йөҙ хирургияһы өсөн трансплантация материалдарын эшләүгә арналған. М. ҡатнашлығында яңаҡ атрофияһын, хроник үҫешеп киткән пародонтитты иҫкәртеү һәм дауалау ысулдары, яңаҡ ҡыуышлығы һөйәктәрен алмаштырыу өсөн трансплантаттар һ.б. эшләнгән. 500‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 10 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Ожоги и отморожения челюстно‑лицевой области. Уфа, 2009 (авторҙ.); Доброкачественные опухоли и опухолеподобные образования челюстно‑лицевой области. Уфа, 2010; Атрофия челюстей. Уфа, 2011.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019