Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИХАЙЛОВА Наталья Александровна

Просмотров: 633

МИХАЙЛОВА Наталья Александровна (6.7.1950, Өфө), микробиолог. Мед. ф. д‑ры (1993), проф. (1998). РФ‑тың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2006). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1973) “Иммунопрепарат” ДУП‑ында эшләй: 1981 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1986 й. — лаб. мөдире, бер үк ваҡытта 1996 й. алып технология б‑са дир. урынбаҫары. 1999 й. башлап Мәскәүҙә: “ФИРН М” ЯАЙ‑ның ген. дир., 2000 й. алып Рәсәй мед. ФА‑ның И.И.Мечников ис. Вакциналар һәм сывороткалар ҒТИ‑нда лаб. мөдире һәм фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары. Фәнни эшмәкәрлеге шартлы патоген микроорганизмдар тыуҙырған инфекцияларҙы иҫкәртеү һәм дауалау ысулдарын эшләүгә, иммунобиологик препараттар етештереү технологияларын камиллаштырыуға арналған. М. етәкс. бактиспорин препараты, ассоциацияланған стафило‑протейн‑зәңгәр эренле вакцина, операциянан һуңғы эренле шешеү өҙлөгөүҙәрен иҫкәртеү ысулы һ.б. эшләнгән. 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 25 уйлап табыу авторы.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019