Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МОРОГОВА Валентина Михайловна

Просмотров: 558

МОРОГОВА Валентина Михайловна (4.2.1923, Вятка губ. Урма а. — 26.8.1988, Өфө), вирусолог. Мед. ф. д‑ры (1971), проф. (1983). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1979), РСФСР‑ҙың атҡ. табибы (1983), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1968). Горький мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1944) Киров эпидемиология һәм гигиена ҒТИ‑нда эшләй (1948 й. алып бүлек мөдире), 1952 й. башлап Киров өлкә санитария‑эпидемиология станцияһының лаб. мөдире. 1956 й. алып Өфө вакциналар һәм сывороткалар ҒТИ‑нда: бүлек мөдире, 1966 й. — лаб. мөдире (1968 й. тиклем Өфө вакциналар һәм сывороткалар ҒТИ эргәһендәге Мед. биол. препараттарҙы стандартлаштырыу һәм контролләү дәүләт ҒТИ‑ның лаб. мөдире), 1977—88 йй. фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары. Фәнни тикшеренеүҙәре ҡотороу ауырыуын иҫкәртеү өсөн препараттар эшләүгә һәм камиллаштырыуға, ҡорһаҡ тифы, ваба, ҡыҙылса һ.б. инфекцион ауырыуҙарға ҡаршы вакциналарҙың һөҙөмтәлелеген күтәреүгә арналған. М. етәкс. донъяла тәүге тапҡыр рабиесҡа ҡаршы ҡоро вакцина эшләнә һәм етештереүгә индерелә, ул БР‑ҙа, РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һәм яҡын сит илдәрҙә дауалау практикаһында ҡулланыла. 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы.  

Н.А.Поспеева

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019