Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МУЛДАШЕВ Эрнст Рифғәт улы

Просмотров: 1396

МУЛДАШЕВ Эрнст Рифғәт улы (1.1.1948, БАССР‑ҙың Белорет р‑ны Түб. Сермән а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ районы Сермән а.), офтальмолог. Мед. ф. д‑ры (1995), проф. (1996). РФ‑тың атҡ. табибы (1998), спорт туризмы б‑са СССР‑ҙың спорт мастеры (1978), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1974). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1972) Өфө күҙ ауырыуҙары ҒТИ‑нда эшләй: 1976 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1980 й. — бүлек мөдире; 1982 й. — Өфөнөң 10‑сы дауаханаһында (1988 й. башлап лаб. мөдире); 1990 й. алып Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәгенең ген. дир., бер үк ваҡытта 1997 й. башлап БДМУ‑ның дипломдан һуң белем биреү ин‑тында күҙ һәм пластик хирургияһы каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге туҡымалар трансплантацияһының теоретик һәм ғәмәли аспекттарына, төрлө ауырыуҙарҙы хирургик дауалау өсөн биоматериалдар, трансплантация технологияларын эшләүгә һәм ғәмәлгә индереүгә арналған. Регенератив хирургияла аллоплант ҡулланылған яңы йүнәлешкә нигеҙ һалыусы. М. етәкс. аллоплант биоматериалының 100‑ҙән ашыу төрө һәм уларҙы ҡулланып 130‑ҙан ашыу операция эшләнә, улар БР‑ҙа, РФ‑тың башҡа төбәктәрендә, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә ҡулланылышҡа индерелгән. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 80 уйлап табыу һәм 11 фәнни-популяр китап авторы. РСФСР ЮС‑ының 12‑се саҡырылыш депутаты. “Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2015), Халыҡтар дуҫлығы (2007), Салауат Юлаев (2000) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Социальные и медико‑биологические аспекты трансплантации тканей. Уфа, 2007 (авторҙ.); Правильно ли мы оперируем глаукому? К вопросу о патогенезе и лечении глаукомы. М., 2013 (авторҙ.); Регенеративная медицина. Уфа, 2014 (авторҙ.). 

 Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019