Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МЫРҘАБАЕВ Хәсән Хәмзә улы

Просмотров: 1454

МЫРҘАБАЕВ Хәсән Хәмзә улы (8.12.1951, БАССР‑ҙың Ейәнсура районы Ибрай а.), гистолог. Медицина фәндәре докторы (2002), профессор (2003). БДМИ‑ны тамамлаған (1978), 1981 й. алып шунда уҡ эшләй: 1999—2020 йй. гистология кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2003—15 йй. педиатрия факультеты деканы. Фәнни эшмәкәрлеге пуля яралары төҙәлеү барышында терәк‑хәрәкәт аппараты ағзалары туҡымаһы регенерацияһының морфологик нигеҙҙәрен, травмалар һәм киҫкен анемия ваҡытында һөлдә мускулдарының күҙәнәк эсендәге процестарын тикшереүгә, яңы тыуған балаларҙың гематологик күрһәткестәрен һәм лейкоциттарының цитохимик үҙенсәлектәрен, балаларҙа периферик ҡан күрһәткестәренә экологик факторҙар йоғонтоһон өйрәнеүгә арналған. М. тарафынан көкөрторганик берләшмәләр ҡулланып гистологик препараттар әҙерләүҙең тиҙләтелгән ысулы эшләнә. Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән (2021).

 Х е ҙ м.: Посттравматическая регенерация кожи. Омск; Уфа, 2013 (авторҙ.). 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 01.08.2023