Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МЫРҘАБАЕВА Рәсимә Тимерйәр ҡыҙы

Просмотров: 816

МЫРҘАБАЕВА Рәсимә Тимерйәр ҡыҙы (20.2.1953, БАССР‑ҙың Ауырғазы р‑ны Яңы Мораҙым а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Мораҙым а.), инфекционист. Мед. ф. д‑ры (2003), проф. (2004). БР‑ҙың атҡ. табибы (2006). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1976) 1980 й. тиклем Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһында, 1983—85 йй. Өфөнөң 4‑се дауаханаһында, 1988 й. алып БДМУ‑ла эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәкте өйрәнеүгә, киҫкен эсәк инфекцияларын, вируслы гепатиттарҙы һ.б. инфекцион ауырыуҙарҙы дауалау ысулдарын эшләүгә һәм камиллаштырыуға арналған. М. ҡатнашлығында бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәкте (ш. иҫ. интерферон ҡулланып), киҫкен вируслы В гепатитын дауалау ысулдары эшләнгән. 300‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Геморрагическая лихорадка с почечным синдромом: актуальные проблемы эпидемиологии, патогенеза, диагностики, лечения и профилактики. Уфа, 2006 (авторҙ.). 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019