Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘТӘЛЕ, Асҡын р‑нындағы ауыл

Просмотров: 664

МӘТӘЛЕ, Асҡын р‑нындағы ауыл, Ҡубыяҙ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 23 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 134 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 311 кеше; 1920 — 369; 1939 — 280; 1959 — 305; 1989 — 139; 2002 — 131; 2010 — 56 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар. Ауылға 1878 й. Бөрө өйәҙендә алпауыт Пановтан һатып алынған ерҙәрҙә Вятка губернаһынан һәм Пермь губернаһынан күсеп килеүселәр Мәтәле ҡасабаһы булараҡ нигеҙһала. 1896 й. 43 йортта 253 кеше йәшәгән. 1906 й. (хәҙ. исемдәһәм статуста) земство мәктәбе, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: