Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАРИИН ҠЫҘ БАЛАЛАР ГИМНАЗИЯҺЫ

Просмотров: 1417

МАРИИН ҠЫҘ БАЛАЛАР ГИМНАЗИЯҺЫ, 1860 й. Өфөлә 1‑се разрядлы Ырымбур ҡыҙ балалар уч‑щеһы булараҡ асыла, 1865 й. алып Өфө Мариин (императрица Мария Фёдоровна хөрмәтенә) ҡыҙ балалар гимназияһы. Халыҡ мәғарифы министрлығы һәм Императрица Мария учреждениелары ведомствоһы ҡарамағында тора. Уҡыу түләүле була (әҙерлек кластарында йылына 30 һум, дөйөм белем биреү кластарында — 60, пед. кластарында — 80). Мохтаж уҡыусылар өсөн Н.А.Крыжановский (1875), императрица Екатерина II (1883) ис., ш. уҡ губ. земствоһы стипендиялары булдырыла. Гимназияла кесе һәм өлкән әҙерлек кластары, 7 дөйөм белем биреү һәм 1 пед. (1872—87 йй. һәм 1894 й. алып) класы эшләй. Уҡыу курсы — 10 йыл. Программа гимназияның традицион уҡыу предметтарынан тора, пед. кластарында ш. уҡ педагогика, психология, уҡытыу методикаһы өйрәнелә. Китапханаһы була (5 меңдән ашыу китап). М.ҡ.б.г. эргәһендә “Өфө Мариин гимназияһының мохтажлыҡ кисергән уҡыусыларына ярҙам йәмғиәте” (1910 й. рәйесе С.А.Ключарёва), ағзалары араһында А.Д.Дашков (ҡара: Дашковтар), С.Ш.Тәвкилев, Н.А.Гурвич булған Попечителлек советы, Новиков аҫыл һөйәк ҡатын-ҡыҙҙар пансионы (1879 й. алып) эшләй. 1894 й. гимназияла 18 уҡытыусы була. М.ҡ.б.г. 2350 уҡыусы тамамлаған (1917). 1919 й. 1‑се мәктәп итеп үҙгәртелә (ҡара: Гимназия №3).

Әҙәб.: Б е л а в и н К. К истории просвещения в Оренбургском крае. Оренбург, 1903; Мариинка. Уфимской гимназии №3 140 лет. Уфа, 2000; Н и г м а т у л л и н а И.В. Старая Уфа: ист.‑краевед. очерк. Уфа, 2007.

В.Н.Буравцов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019