Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘКТӘП

Просмотров: 1310

МӘКТӘП (ғәр. — яҙыша торған урын), Көнсығыш илдәрендә һәм рев‑цияға тиклемге Рәсәйҙә башланғыс мосолман мәктәбе. Башҡортостанда тәүге М. 17 б. 2‑се ярт. барлыҡҡа килә (ҡара: Дини белем биреү). Муллалар, имамдар һәм мәзиндәр тәҡдиме б‑са мәсеттәр ҡарамағында асылалар, айырым кешеләрҙең хәйриә аҡсаһына тотолалар. Ырымбур мосолман диниә назараты, 1874 й. — Халыҡ мәғарифы министрлығы ҡарамағында булалар. М. рәсми раҫланған программаһы һәм уставы булмай. Уҡытыу‑тәрбиә эшен мулла һәм хәлфә (урынбаҫары) алып бара. 7— 13 йәшлек (айырым осраҡтарҙа — өлкәнерәк тә) малайҙар ҡабул ителә. Уҡыу түләүһеҙ була. Уҡыу курсы 3—5 йыл дауам итә. Уҡыу программаһына ғәрәп телендә уҡыу һәм яҙыу, хисап, Ҡөрьән уҡыу, дини‑тәрбиә йөкмәткеле әҫәрҙәр уҡыу инә. М. тәртип ҡаты булған, тән язаһы биреү ҙә йыш ҡулланылған. 19 б. 2‑се ярт. яңы уҡыу ысулы (ҡара: Йәдитселек) индерелгәс, ҡыҙ балалар өсөн М. асыла, уҡыу курсына арифметика, география, тарих, туған тел һәм әҙәбиәт, урыҫ теле һәм әҙәбиәт кеүек донъяуи предметтар индерелә. М. тамамлаусылар уҡыуын мәҙрәсәлә дауам итә алған. 20 б. башында Өфө губернаһында — 1,5 мең, Ырымбур губернаһында яҡынса 350 М. эшләй. 1913 й. М. 90 меңдән ашыу уҡыусы уҡый, шуның 18 меңе ҡыҙҙар була. Революциянан (1917) һуң М. күбеһе ябыла, ҡалғандары берҙәм хеҙмәт йәки милли совет мәктәптәренә әйләндерелә. 

М.Н.Фархшатов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019