Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИХАЙЛОВКА, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Дияш а/с ҡарай

Просмотров: 696

МИХАЙЛОВКА, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Дияш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 19 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 65 км алыҫлыҡта Иҙәш й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 423 кеше; 1959 — 355; 1989 — 202; 2002 — 208; 2010 — 162 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002).

 Ауылға 20 б. 20‑се йй. Бәләбәй кантонында ш. уҡ кантондың Дияш а. кешеләре бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала. 1925 й. 11 йорт иҫәпкә алынған. Н.И.Абрамычева ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019