Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӨХӘМӘТЙӘН, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

Просмотров: 700

МӨХӘМӘТЙӘН, С е р е к ә й, Ейәнсура рнындағы ауыл, Абҙан а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.Көнс. 70 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.Көнс. табан 63 км алыҫлыҡта Әселе й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 242 кеше; 1920 — 318; 1939 — 286; 1959 — 247; 1989 — 107; 2002 — 157; 2010 — 146 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Абҙан урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар. Ауылға 1754 й. Ырымбур өйәҙе Үҫәргән улусының Муйнаҡ һәм Байыш аа. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Мөхәмәтйән Зәйниғәбдинов исеме мн аталған. Шулай уҡ Серекәй булараҡ теркәлгән. 1866 й. 28 йортта 159 кеше йәшәгән. Малсҡ, игенселек, һунарсылыҡ, урман кәсептәре мн шөғөлләнгәндәр. 

Д.Ғ.Күскилдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: