Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НӘБИ, Бөрйән р‑нындағы ауыл

Просмотров: 1144

НӘБИ, Ҡ у я н, Б а й ҡ а ш, Бөрйән р‑нындағы ауыл, Иҫке Монасип а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 26 км һәм Белорет т. юл ст. К.‑Көнб. табан 132 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 257 кеше; 1920 — 321; 1939 — 279; 1959 — 332; 1989 — 512; 2002 — 555; 2010 — 472 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Иҫке Монасип урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1843 й. һәм 1847 й. араһында (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 18 б. аҙ.) Верхнеурал өйәҙе Ҡарағай-Ҡыпсаҡ улусының Байназар а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә Нәбиулла утары булараҡ нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Нәбиулла Мерәҫов исеме м‑н аталған. 1866 й. (хәҙ. статусында) 39 йортта 197 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. мәсет булған. 20 б. 50‑се йй. хәҙ. исемен йөрөтә. М.Ғ.Маликова, А.Д.Рәхмәтуллин, Ә.М. Сөләймәнов, Р.Х.Сәғитов, Ғ.З. Сәфәрғәлин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019