Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НАЗАРКИН, Күгәрсен р‑нындағы ауыл

Просмотров: 803

НАЗАРКИН, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Мәҡсүт а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 55 км һәм Төйлөгән т. юл ст. (Ырымбур өлк.) К.‑Көнс. табан 41 км алыҫлыҡта Оло Эйек й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 1130 кеше; 1920 — 581; 1939 — 1258; 1959 — 668; 1989 — 186; 2002 — 216; 2010 — 220 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Мәҡсүт урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар. Ауылға Ырымбур өйәҙе Ҡара-Ҡыпсаҡ улусы Иҡназар а. башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1861 й. Крәҫтиән реформаһынан һуң Һамар губернаһынан күсеп килеүселәр Павлов (тәүге төпләнеүсе Павел Горянин исеменән) утары булараҡ нигеҙ һала; һуңынан исеме Назаров тип үҙгәртелә. 1891 й. 137 йортта 620 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Сиркәү булған. 1939 й. Н. (776 кеше) һәм Назаров (482 кеше) ауылдары теркәлгән, һуңынан улар хәҙ. исем м‑н бергә иҫәпкә алына. Ауыл эргәһендә Әҡембәт ҡурғандары урынлашҡан.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: