Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НАЗАР, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

Просмотров: 994

НАЗАР, В ә л и ш а, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Яңы Себенле а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 14 км һәм Төйлөгән т. юл ст. (Ырымбур өлк.) К.‑Көнс. табан 35 км алыҫлыҡта Ташлы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 163 кеше; 1920 — 194; 1939 — 148; 1959 — 100; 1989 — 86; 2002 — 96; 2010 — 69 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапха‑ на бар. Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһы Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Икенсе исеме тәүге төпләнеүсе Вәлиша Ишҡәлин исеменән. 19 б. уртаһында 1‑се Назар булараҡ (18 б. уртаһында — 20 б. 70‑се йй. Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы башҡорттары нигеҙ һалған 2‑се Назар а. булған) иҫәпкә алынған. 1866 й. 20 йортта 124 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. ш. уҡ һыу тирмәне теркәлгән. 70‑се йй. башынан хәҙ. исемен йөрөтә. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: