Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НАУРЫҘ, Учалы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 829

НАУРЫҘ, Учалы р‑нындағы ауыл, Наурыҙ а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.-Көнб. 60 км һәм Учалы т. юл ст. К.-Көнб. табан 70 км алыҫлыҡта Урал й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 395 кеше, 1920 — 513; 1939 — 482; 1959 — 807; 1989 — 440; 2002 — 443; 2010 — 410 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар. Ауылға Нуғай даруғаһы Тиләүле улусы башҡорттары Ҡушкилде тип нигеҙ һала, 1776 й. алып билдәле. 18 б. аҙ. алып хәҙ. исемен йөрөтә (тәүге төпләнеүсенең исеменән, уның улдары Абдулнасир, Абдулғәзиз, Абдулмәжит, Мөхәмәтйән Наурыҙовтар билдәле). 1795 й. 26 йортта 149 кеше йәшәгән, 1866 й. 67 йортта — 378 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. А.Х. Ғабдрахманов, Р.Й.Низаметдинов, С.В. Шәһәрова, Ю.Ә.Янбаев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019