Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛАТИПОВ Валерий Мәркәз улы

Просмотров: 1024

ЛАТИПОВ Валерий Мәркәз улы (16.2.1956, Ишембай ҡ.), инженер‑ төҙөүсе. Техник ф. д‑ры (1998), проф. (1999). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2008). М.К.Латиповтың улы. ӨДНТУ-ны тамамлағандан һуң (1978) шунда уҡ эшләй: 2002 й. алып төҙөлөш конструкциялары каф. мөдире, бер үк ваҡытта хужалыҡ иҫәбендәге “Стройтехэкспертиза Өфө ҡала үҙәге” ғилми‑тикшеренеү лаб. етәксеһе. Фәнни эшмәкәрлеге төҙөлөш конструкцияларының оҙайлы хеҙмәт итеүе проблемаларына арналған. Л. уйлап тапҡан ысулдар тимер‑ бетон төҙөлөш конструкцияларын агрессив мөхиттәрҙә проектлау, төҙөү, файҙаланыу ваҡытында оҙайлы хеҙмәт итә алыуын баһалау өсөн; файҙаланылған, ш. иҫ. реконструкциялана һәм яңыртып төҙөлә торған биналарҙың ҡалған ресурсын билдәләгәндә; оҙайлы хеҙмәт итә алыуҙы тейешле кимәлгә еткереү алымдарын эшләгән ваҡытта ҡулланыла. Л. тарафынан тәҡдим ителгән ысулдар БР‑ҙың һәм РФ‑тың башҡа төбәктәренең байтаҡ сәнәғәт һәм граждан тәғәйенләнешле объекттарында файҙаланыла. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 10 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Долговечность бетона и железобетона. Приложения методов математического моделирования с учётом ингибирующих свойств цементной матрицы. Уфа, 1998 (авторҙ.); Конструкции из дерева и пластмасс. Уфа, 2005; Современные материалы для антикоррозионной защиты и гидроизоляции строительных конструкций. Уфа, 2007.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019