Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛЕВИН Эрнест Львович

Просмотров: 947

ЛЕВИН Эрнест Львович (8.7.1934, Свердловск ҡ. — 2.2.2021, Өфө ҡ.), инженер‑механик. Техник фәндәр кандидаты (1968), профессор (1992). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995), СССР‑ҙың юғары мәктәп отличнигы (1980), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (1998). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1958) ӨМЭЗ‑дә эшләй. 1959–2011 йй. БДАУ‑ҙа (1968—79 йй. һәм 1984—99 йй. металдар технологияһы һәм машиналар ремонтлау кафедраһы мөдире), бер үк ваҡытта 2005–15 йй. ӨДАТУ‑ла. Фәнни тикшеренеүҙәре ауыл хужалығы техникаһының ышаныслылығын һәм оҙайлы хеҙмәт итә алыу ваҡытын арттырыу проблемаларына арналған. Л. ҡатнашлығында ауыл хужалығы техникаһы һәм сәнәғәт ҡорамалдары деталдәрен сафҡа баҫтырыу, уларҙың ныҡлығын арттырыуҙың ресурстарҙы һаҡлағыс һәм экологик ысулдары уйлап табыла, улар БР һәм РФ‑тың башҡа төбәктәре предприятиеларында индерелгән.

Хеҙм.: Термомеханическое упрочнение деталей при восстановлении наплавкой. М., 1974 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Р.М.Бәширов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 09.11.2021