Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭЛЕКТР ЭНЕРГИЯҺЫ ТАПШЫРЫУ ЛИНИЯҺЫ

Просмотров: 1306

ЭЛЕКТР ЭНЕРГИЯҺЫ ТАПШЫРЫУ ЛИНИЯҺЫ, электр энергияһын электростанцияларҙан һәм подстанцияларҙан алып ҡулланыусыларға тиклем тапшырыу йәки бүлеү өсөн тәғәйенләнгән техник ҡоролма. Э.э.т.л. подстанциялар м‑н бергә — электр сел­тәрҙәрен, электростанциялар м‑н электр энергетикаһы системаларын тәшкил итә. Конструкцияһы б‑са һауа һәм кабель Э.э.т.л. айырыла. Һауа Э.э.т.л. 40 — 50 м (көсөргәнеш 1 кВ тиклем булғанда) һәм 400—450 м (500—750 кВ тиклем) аралыҡта ҡуйылған ағас, тимер‑бетон һәм ҡорос таяуҙарға беркетелә. Изоляцияланмаған (бер, күп сымлы һәм эсе ҡыуыш) баҡыр, алюмин, ҡорос, ҡорос‑алюмин сымдар ҡулланыла. Таяуҙарҙың конструкцияһы, уларҙың араһы, сымдарҙың тибы һәм киҫелеше тапшырылған ҡеүәткә, урындың рельефына, көсөргәнеш кәмеүҙең иң ҙур дәүмәленә, ток юғалтыу кимәленә һ.б. факторҙарға ҡарап билдәләнә. Кәрәк булғанда Э.э.т.л. йәшендән һаҡлаған трос, боҙланыуға ҡаршы ҡоролмалар м‑н йыһазландырыла. Кабелдәр ер, һыу һ.б. аҫтынан үткәрелә. 1931 й. Өфөлә — Өфө үҙәк электростанцияһынан алып ҡала түбәнәйтеү подстанцияһына тиклем Э.э.т.л., 1938 й. Өфө үҙәк электростанцияһын 1‑се ТЭЦ м‑н тоташтырған респ. тәүге системалы Э.э.т.л. (35 кВ) төҙөлә, 1954 й. 3‑сө Өфө ТЭЦ‑ы м‑н Павловка ГЭС‑ын тоташ­тырған юғары көсөргәнешле (110 кВ) Э.э.т.л., 1957 й. — 3‑сө Өфө ТЭЦ‑ы м‑н Салауат ТЭЦ‑ын (110 кВ), 1962 й. — “Аксаков” һәм “Бөгөлмә” подстанцияларын (220 кВ), 1968 й. Ҡарман ДРЭС‑ы м‑н Воткинск ГЭС‑ын (500 кВ) һ.б. тоташтырған линия файҙаланыуға тапшырыла. 2007 й. көсөргәнеше 0,4 — 500 кВ булған бөтә Э.э.т.л. оҙонлоғо 100 мең км тәшкил итә, улар­ҙың 80%‑тан ашыуы дөйөм тәғәйенләнештәге селтәрҙәргә инә. Респ. терр‑яһында дөйөм тәғәйенләнештәге Э.э.т.л. “Башкирэнерго” ААЙ хеҙмәтләндерә. Фәнни тикшеренеүҙәр башлыса һауа Э.э.т.л. ышаныслығын арттырыуға арналған. БДАУ‑ҙа сымдар тирбәлеүен кәметкес, сымдарҙы изоляторҙарға беркетеү өсөн ҡоролма, аэродинамика йәһәтенән тотороҡло сымдар һ.б.; ӨДАТУ‑ла — боҙланыу датчигы, айырғыстар м‑н автоматлаштырылған идара итеү һәм диагностикалау системалары һ.б. уйлап табыла. Улар БР, РФ һәм БДБ илдәре пр‑тиеларында индерелгән.

Ш.Р.Әбдерәшитов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: