Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠОЙОУ

Просмотров: 1335

ҠОЙОУ, ғәҙәттә иретелгән материалды (металдар, иретмәләр, пластик массалар, ҡайһы бер тау минералдары һ.б.) ҡойоу формаларына һалып ҡойолмалар әҙерләү. Ҡ. бер нисә тиҫтә ысулын айыралар. Формаларҙы тултырыу алымына ҡарап ғәҙәти, үҙәктән ситкә ҡыуҙырып, баҫым аҫтында һ.б.; формаларын яһау алымына ҡарап — бер тапҡыр файҙаланыла торған, күп тапҡыр файҙаланыла торған керамик, металл формаларға Ҡ. бүләләр. Ҡ. ысулы м‑н төрлө иретмәләрҙән төрлө конфигурациялы, өҫтө төрлө макро‑ һәм микроҡытыршылыҡлы, ҡулланыу үҙсәнлектәре төрлө һәм массаһы бер нисә грамдан йөҙҙәрсә килограмға тиклем булған әҙерләмәләр алалар. 

Башҡортостанда Ҡ. ҡыҙҙырыуға һәм утҡа сыҙамлы иретмәләрҙән иретелә торған моделдәр б‑са авиация двигателдәренең деталдәрен; бер тапҡыр файҙаланылған ҡом формаларҙа — суйындан һәм ҡоростан металл эшкәртеү станоктарының нигеҙен һ.б; кокилдәрҙә (күп тапҡыр файҙаланыла торған металл Ҡ. формаһы) — төҫлө иретмәләрҙән автомобилдәрҙең цилиндр блоктарын һәм картерҙарын һ.б.; баҫым аҫтында (металл пресс‑формаларҙа) — приборҙарҙың төҫлө иретмәләрҙән йоҡа стеналы корпус деталдәрен; көплөклө формаларҙа  (реактив бәйләүесле ҡом‑ыҫмала ҡатышмаһынан бер тапҡыр файҙаланыла торған һүтелмәле йоҡа стеналы Ҡ. формаһы) — ҡоростан һәм суйындан деталдәр; вакуумда үҙәктән ситкә ҡыуҙырып (әйләнеп тороусы формаларҙа үҙәктән ситкә ҡыуыусы көс тәьҫире аҫтында ҡойолмаларҙы формалаштырыу) — титан иретмәләренән деталдәр яһау өсөн ҡулланыла.

Республикала  Ҡ. ысулы м‑н мөһим деталдәрҙе иретелә торған моделдәр б‑са алыу өсөн ғилми тикшеренеүҙәр 20 б. 70‑се йй. ӨАИ‑ла (ҡара: Авиация техник университеты), Технология һәм производствоны ойоштороу институтында (П.В.Ветров, Ә.Ә.Ғәниев, Э.С.Саҙриев, А.С.Чёлушкин, С.С.Шпиндлер һ.б.) башлана; никель нигеҙендә ҡойоу иретмәләре һәм уларҙың ҡыҙҙырғанда сыҙамлығын арттырыу ысулдары, газ турбиналы двигателдәрҙең көрәксәләрен, изотермик штамплау өсөн инструменттар, ҡаты иретмәләрҙән быраулау инструменттары һ.б. иретеү һәм Ҡ. технологиялары табылған, улар ӨМЭПБ‑ла, Күмертау авиация производство предприятиеһына, ӨПЭПБ‑ла, “Витязь” ААЙ‑на индерелгән.

Ә.Ә.Ғәниев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: