Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛОБАСТОВА Светлана Александровна

Просмотров: 971

ЛОБАСТОВА Светлана Александровна (14.9.1949, Өфө), физик. Техник ф. канд. (1990). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1971) Архангел урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1973 й. алып БДУ‑ла эшләй: 1985 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р, 1998 й. — килешеү нигеҙендәге фәнни тикшеренеүҙәр етәксеһе. Фәнни эшмәкәрлеге туң ер тоҡомдарының йылылыҡ физикаһы һәм механикаһы, геоэкологик мониторинг проблемаларына арналған. Л. тарафынан арктик һәм субарктик терр‑ялар өсөн тәбиғи-техник системаларҙа битләүҙәге физик‑геокриологик процестар тикшерелә һәм классификациялана, криолитозона ерҙәрен һаҡлауҙың, дисперслы нефть системаларын ҡулланыуҙың фәнни нигеҙҙәре эшләнә, нефтле структура булдырыусы “В” универсины сығарыла һәм “Уфанефтехим” берекмәһендә уны етештереү үҙләштерелә. Ер тоҡомдарының термоэрозия йырынын һәм эрозияға ҡаршы ныҡлығын яҡшыртыу, тундра ерҙәрен һаҡлау һәм яңыртыу б‑са тикшереү ысулдары автоюлдар, үткәргес торбалар һ.б. төҙөүҙә ҡулланыла. 90‑ға яҡын фәнни хеҙмәт һәм 7 уйлап табыу авторы. РФ Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге пр. лауреаты (2004).

Хеҙм.: Экологические основы землепользования при освоении и разработке газовых и газоконденсатных месторождений Крайнего Севера. М., 2000 (авторҙ.); Эколого‑экономическое управление охраной окружающей среды. М., 2003 (авторҙ.).

И.Л.Хәбибуллин

Тәрж. Г.Ю.Ғатауллина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019