Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛЮТОВ Алексей Германович

Просмотров: 1025

ЛЮТОВ Андрей Германович (3.5. 1957, Өфө), иммунолог. Биол. ф. д‑ры (1994), проф. (2010). А.Г.Лютовтың ағаһы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1980) “Иммунопрепарат” пр‑тиеһында эшләй: 1990 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1993 й. — лаб. мөдире. 1999 й. башлап Мәскәүҙә: “ИммуноГем” ЯСЙ‑ның ген. дир. урынбаҫары, бер үк ваҡытта 2013 й. тиклем Эпидемиология һәм микробиология ҒТИ лаб. баш ғилми хеҙм‑ре. Фәнни эшмәкәрлеге кеше ҡаны плазмаһынан дарыуҙар эшләүгә һәм уларҙы камиллаштырыуға арналған. Л. ҡатнашлығында церулоплазмин, габриглобин, әсе гликопротеиндың альфа‑1 етештереү технологиялары эшләнә, иммуновенин һ.б. алыу ысулы камиллаштырыла. 230‑ға яҡын фәнни хеҙмәт һәм 21 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Клиническое применение иммуноглобулина для внутривенного введения габриглобин. М., 2006 (авторҙ.); Микробиоценозы и здоровье человека. М., 2015 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ю.Ғатауллина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: