Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛЯГОВ Александр Васильевич

Просмотров: 1107

ЛЯГОВ Александр Васильевич (18.12. 1950, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2005). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2012), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1984). ӨДНТУ‑ны тамамлағандан һуң (1973) шунда уҡ эшләй (2000—02 йй. “Недра” технопаркының башҡарма дир.), бер үк ваҡытта 2009 й. алып Башҡ-н нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект ин-тында; 1991—2009 йй. «“НСЛ” фирмаһы » ЯСЙ (Өфө) директоры. Фәнни эшмәкәрлеге быраулау, скважина ларҙы үҙләштереү һәм капиталь ремонт үткәреү ваҡытындағы динамик процестарҙы тикшереүгә арналған. Л. тарафынан быраулау колоннаһының аҫҡы өлөшөн төрлөсә ҡорау юлдары, йөҙгөс вал системалы турбиналы бырауҙар, азимуттың гироскопик көйләгестәре, роторлы момент үлсәгестәре һ.б. уйлап табыла. Асыштары БР‑ҙың һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә нефть сығарыу сәнәғәте пр‑тиеларында индерелгән. 180‑дән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 60 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Скважинные насосные установки для добычи нефти. Уфа, 2003 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: