ОСАДЧЕНКО Иван Романович
ОСАДЧЕНКО Иван Романович (21.9.1912, Дон ғәскәре өлкәһенең Мартыновка биҫтәһе — 21.5.2007, С.‑Петербург), инженер- технолог. СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы. И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тын тамамлаған (1940). 1929 й. алып Баҡыла, Мәскәүҙә эшләй. 1940 й. башлап Өфө НЭЗ‑ында: инженер, 1941 й. алып өлкән инженер, 1942 й. — цех нач., 1943 й. — баш инженер урынбаҫары, 1946 й. — дир.; 1951 й. — “Башнефтезаводы” ПБ нач., 1957—72 йй. Бөтә Союз нефтехимия процестары ҒТИ (Ленинград) директоры. О. ҡатнашлығында СССР‑ҙа тәүге тапҡыр фосфор катализаторы етештереү ысулы эшләнгән. БАССР ЮС‑ының 3‑сө саҡырылыш депутаты. Сталин пр. лауреаты (1949). Ленин (1948), Окт. Революцияһы (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1945, 1966) орд. м‑н бүләкләнгән.
Д.Л.Рахманҡолов
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина