Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КЕСЕ ҺҮРӘМ, йылға

Просмотров: 990

КЕСЕ ҺҮРӘМ, йылға, Оло Һүрәм й. уң ҡушылдығы. Йылайыр р‑ны Суйынсы‑Супан а. эргәһендә башлана. Йылайыр һәм Ейәнсура р‑ндары терр‑яһы буйлап төньяҡ‑көнсығыштан көньяҡ‑көнбайышҡа табан аға һәм Оло Һүрәм й. (тамағынан 22 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 55 км, басс. майҙаны 388 км2. Башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Йылға тамағында уртаса йыллыҡ һыу сығымы 2,5 м3/с. Йылға басс. Йылайыр яйлаһы сиктәрендә ята. Ландшафы һоро тау-урман тупрағындағы имән урмандарынан, йыуылған һәм ҡырсынташлы ҡара тупраҡтағы төрлө үлән, ҡыяҡлылар үҫкән далаларҙан тора. Йылға басс. 60%‑ын урман, 5%‑ын һөрөнтө ер биләй. Ҡушылдыҡтары: уң — Оло Аҙаҡлы; һул — Оло Һарышлы, Әстәш, Оло Ҡарһаҡлы һ.б.

В.А.Загорский

Тәрж. А.Н.Күсеев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019