Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘЙӘРҘӘК, һырт

Просмотров: 972

МӘЙӘРҘӘК, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Белорет рны буйлап Буғанаҡ һәм Яндыҡ йй. араһында субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 14 км, киңлеге яҡынса 3—10 км, абс. бейеклеге 929 м (Яндыҡ тауы). 700— 900 м бейеклектәге 5 түбәһе айырылып тора (Шыршылы, Ыласынтау һ.б.). Битләүҙәре текә. Урта рифейҙың егәлгә свитаһы кварциттарынан ғибәрәт. М. битләүҙәрендә Буғанаҡ, Ҡаҙыш, Яндыҡ йй. (Ағиҙел й. ҡушылдыҡтары) һәм уларҙың ҡушылдыҡтары башлана; төньяҡкөнбайыш итәгендә Һүренйәк й. (Инйәр й. ҡушылдығы) аға. Ландшафы һоро тауурман һәм кәҫлекөлһыутау тупраҡтарындағы ҡарағай, ҡарағас һәм ҡайын урмандарынан тора. 

Тәрж. И.М.Япаров

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019