Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СУСАҠЛЫҠ

Просмотров: 863

СУСАҠЛЫҠ, сусаҡтары йәки яҫы төплө үҙәндәр м‑н айырылған осло түбәле һәм киң нигеҙле айырым ҡалҡыулыҡтары булған убалы һәм убалы-теҙмә рельеф. Боронғо тауҙарҙың ашалыуы һәм денудацияһы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Һыу айырғыс һәм битләүле С. бүленә. Башҡортостан өсөн Урал аръяғы яйлаһындағы битләүле С. хас. Убалар һәм теҙмәләрҙең (абс. бейеклеге 500–600 м) битләүҙәре күбеһенсә һөҙәк. Ҡайһы бер сусаҡ‑ара уйпатлыҡтарҙа күлдәр (Борсонса, Ҡорокүл, Үләнде һ.б.) урынлашҡан.

Р.Ә.Хәмиҙуллин 

Тәрж. З.Б.Латипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019