Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАГНЕТИЗМ

Просмотров: 1189

МАГНЕТИЗМ (гр. magnе†tis — магнит), тәбиғәттәге һәр бер есемдең ниндәйҙер дәрәжәлә магнит үҙенсәлектәренә эйә булыуына бәйләнгән универсаль тәбиғәт күренеше. Был, башлыса, матдәләрҙең атомдары составына ингән электрондарҙың магнит моменттары булыуы м‑н аңлатыла. Ҡайһы бер химик элементтар атомдарының төҙөлөшөнә бәйле рәүештә магнит моменты бар (парамагнетиктар), ә икенселәренеке юҡ (диамагнетиктар). Диамагнетиктарҙы магнит ҡырына индергәндә улар магнитлана, ләкин был осраҡта магнитланыу тышҡы магнит ҡырына ҡаршы йүнәлештә була. Үҙ‑ара ныҡ тәьҫир итешеү арҡаһында тимер атомдарының магнит моменттары бер‑береһенә параллель йүнәлгән була, шуға күрә атомдарының магнит моменттары үҙ‑ара параллель булған матдәләрҙе — ферроомагнетиктар; атомдарының магнит моменттары тәьҫир итешеүе уларҙың антипараллель йүнәлештә булыуына килтергән матдәләрҙе антиферромагнетиктар тип атайҙар. Бөтә төр магнетиктар араһынан тик ферромагнетиктар ғына ғәмәли ҡулланыу таба, уларҙың магнит үҙенсәлектәре электро‑, радиотехникала һ.б. файҙаланыла. Башҡортостанда М. өйрәнеү 1959 й. БДУ‑ның физика ф‑тында башлана. Л.С.Мамаева ҡатнашлығында магнит күренештәре физикаһы өлк. эксперименталь тикшеренеүҙәр үткәреүгә нигеҙ һалына. 1966 й. ферромагнетизм теорияһы б‑са (М.М.Фарзетдинов, М.Ә.Шәмсетдинов), 1967 й. алып тау тоҡомдарының магнит үҙенсәлектәрен өйрәнеү б‑са (К.А.Вәлиев, В.И.Максимочкин, С.С.Әпсәләмов) тикшеренеүҙәр башлана. 1986—2000 йй. Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында – нанокристаллик структуралы ферромагнетиктарҙың магнит үҙенсәлектәре (Х.Я.Мөлөков), 1988 й. алып Молекулалар һәм кристалдар физикаһы ин‑тында феррит‑гранаттарҙың оптик үҙенсәлектәре (Р.А.Дорошенко) тикшерелә.

Х.Я.Мөлөков

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: