Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАКСИМЕНКО Михаил Захарович

Просмотров: 409

МАКСИМЕНКО Михаил Захарович (23.5.1928, Украина ССР‑ы Ташино а. — 15.1.2002, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1980), проф. (1981). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1998). Днепропетровск химия‑технология ин‑тын тамамлағандан һуң (1955) һәм 1959 й. алып Яңы Өфө НЭЗ‑ында, 1957—59 йй. Черниковка НЭЗ‑ында эшләй. 1965 й. алып ӨДНТУ‑ла уҡыта: 1968—85 йй. химик производстволар машиналары һәм аппараттары каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1979—85 йй. механика ф‑ты деканы. Фәнни эшмәкәрлеге нефтехимия аппараттары конструкцияларын төҙөүгә арналған. М. етәкс. эре тоннажлы производство өсөн фазаларын ағым м‑н үҙгәрткән экстракциялау аппараттары һ.б. ҡоролмалар эшләнә. Асыштары БР‑ҙың, РФ‑тың башҡа төбәктәре һәм БДБ илдәре НЭЗ‑дарында индерелгән. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 38 уйлап табыу авторы. Х е ҙ м.: Основы надёжности оборудования нефтехимических производств. Уфа, 1983 (авторҙ.); Расчёт и конструирование химических аппаратов и машин. Аппараты под действием циклических нагрузок. Уфа, 1984 (авторҙ.). 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019